Йәшлегемә тиңдәш гөл генәм һин,
Өлөшөмә төшкән көмөшөм.
Һин бит һулышымда,
Яҡты яҙмышымда,
Һиндә минең йөрәк тибешем.
Һинән башҡа бәхет эҙләмәйем,
Бар байлығым, иркәм, һин генә.
Балҡыр йондоҙом да,
Һайрар былбылым да,
Ғүмер юлдашым да һин генә.
Ялҡын яҡҡан серле ҡарашыңда,
Тойҙом, иркәм, күңелен сафлығын.
Һин моңом да минең,
Һин йырым да минең,
Тик һин генә бөтмәҫ шатлығым.