I. Саф сәскәләй йөҙөң, серле күҙҙәрең йөрәкте талпындыра,
Һәм фәрештә кеүек бер йылмайыуың һөйөү утын яндыра.
ҡушымта: (x2)
Хыялда һин тик минеке,
Ә тормошта минең өсөн һин тик хыял.
II. Һәр төшөмдә һының йәнемде наҙлай, нисек һуң уянмаҫҡа?
Яғымлы тауышыңдан күңелем сарсай, тик һине генә һорай.
ҡушымта:
Хыялда һин тик минеке,
Ә тормошта минең өсөн һин тик хыял.
Хыялда һин тик минеке, йәнем,
Ә тормошта минең өсөн һин тик хыял.
Хыялда һин тик минеке,
Ә тормошта минең өсөн һин тик хыял. (x4)