Аҡ пароход - Темәс


I. Аҡ пароход йөҙөп килә
Ағиҙел буйлап бына.
Ғүмер генәм үтәр инде |
Гел һине уйлап ҡына. | 2x
 
Аҡ ҡауырһын аҡ елкәндәй
Ағиҙел мендәрендә.
Яратам тиеп әйтеүҙәрең |
Гел генә иҫтәремдә. | 2x
 
 
ҡушымта: (2x)
Мөхәббәтем, ҡайҙа ҡалдың,
Ҡайҙа ҡалдың аҙашып.
Өмөтләнеп мин йәшәйем,
Хыялымда осрашып.
 
 
II. Һине көтәм айлы кистә
Ағиҙел буйҙарында.
Ғүмер буйы булһам ине |
Гел генә яндарыңда. | 2x
 
Аҡ пароход йөҙөп килә
Ағиҙел буйлап бына.
Ғүмер генәм үтте инде |
Гел һине уйлап ҡына. | 2x
 
 
ҡушымта: (2x)
Мөхәббәтем, ҡайҙа ҡалдың,
Ҡайҙа ҡалдың аҙашып.
Өмөтләнеп мин йәшәйем,
Хыялымда осрашып. | 3x

Тональность


Google Analytics