Ал сәскәләр - Ноғоманов Ирек


Артта ҡалды, тәүге һөйөү
Һинһеҙ йылдар үтәләр
Әйтер һүҙҙә, минең күҙҙәр
Һине һаман көтәләр
 
 
Яҙҙар һайын, сәскә өҙҙөм
Мине ғәфү итегеҙ
Яҙҙар һайын, ҡайтһам ҡоштай
Минән сәләм әйтегеҙ
 
 
Һиңә тейеп, тәүге тапҡыр
Ал сәскәләр мин өҙгәйнем
Һинең өсөн, һөйөү өсөн
Мин ҡайтырмын тигәйнем
 
 
Шул яҙҙарҙа, ниңә өҙҙөң
Тауҙа үҫкән гөлдәрҙе
Ниңә инде, ниңә түҙҙем
Һиңә әйтмәй һүҙҙәрҙе
 
 
Һиңә тейеп, тәүге тапҡыр
Ал сәскәләр мин өҙгәйнем
Һинең өсөн, һөйөү өсөн
Мин ҡайтырмын тигәйнем

Тональность


Google Analytics