Йылмай, иркәм - Урманшин Фәрүәз


Төнө буйы ямғыр яуа, тәҙрәм илай.
Өй ҡараңғы, исмаһам һин, иркәм, йылмай.
Һин йылмайһаң өй яҡтырып китер һымаҡ,
Көҙгөләрҙә күҙ йәштәре кибер һымаҡ.
Һин йылмайһаң өй яҡтырып китер һымаҡ,
Көҙгөләрҙә күҙ йәштәре кибер һымаҡ.
 
 
Тышта ямғыр - шылтыр-шылтыр, бер үк тауыш,
Ә күңелдә әллә ниндәй ауыр һағыш.
Ошо һағыш ҡасан ғына үтеп китер,
Йылмай, иркәм, ҡояш нурын миңә килтер.
Ошо һағыш ҡасан ғына үтеп китер,
Йылмай, иркәм, ҡояш нурын миңә килтер.
 
 
Төнө буйы ямғыр яуа, тәҙрәм илай.
Өй ҡараңғы, исмаһам һин, иркәм, йылмай.
Һин йылмайһаң өй яҡтырып китер һымаҡ,
Көҙгөләрҙә күҙ йәштәре кибер һымаҡ.
Һин йылмайһаң өй яҡтырып китер һымаҡ,
Көҙгөләрҙә күҙ йәштәре кибер һымаҡ.
Һин йылмайһаң өй яҡтырып китер һымаҡ.

 

Тональность


Google Analytics