I. Көндө көнгә ялғай-ялғай
Айҙар үтә, йылдар үтә.
Япраҡтарын ҡоя-ҡоя
Ғүмеркәйҙәр көҙө етә.
Әйтелмәгән хис-тойғолар,
Үтәлмәгән һүҙ-вәғәҙәләр.
Үкендереп, көрһөндөрөп,
Бәғерҙәрҙе телеп үтә.
II. Кисерегеҙ, йән-дуҫтарым,
Янығыҙҙа булалманым.
Тормош йөгөн һеҙ тартҡанда
Иңдәремде ҡуялманым.
ҡушымта: (2x)
Кисер мине, йән һөйгәнем,
Сайпылдырҙың хистәремде.
Бирә алманым тик үҙеңә
Мөлдөрәмә тулы көйө.
III. Кисерегеҙ, урман-ҡырҙар,
Тыуып үҫкән ғәзиз тупраҡ.
Мин йөрөйөм сит яҡтарҙа,
Сит яҡтарҙан ҡурсау һорап.
ҡушымта: (3x)
Көҙгө елдәр әсе икән,
Ғүмер үкенесле икән.
Һуңлап ҡына ҡәҙерҙәрен
Белеүҙәре ҡыйын икән.
Һуңлап ҡына ҡәҙерҙәрен |
Белеүҙәре ҡыйын икән. | 2x
Ғүмер үкенесле икән,
Көҙгө елдәр әсе икән!