Хистәр - Бошман


Мөғжизә күҙ алдына килтерә,
Бер ук уйҙа йөҙә аң, бала кеүек ихлас көлә.
Шатлыҡлы һыу күҙе йәш күҙҙәр йәшерә,
Йылмайыуы оло эйәләрҙе йәшәртә.
 
 
Туҡтаһа ла ваҡыт килһәң һин яғыма,
Серле тойғоларҙы аса, аҡҡоштар оса ярыма,
Был көн-төн, рәхмәтлемен һәр бер утҡынға,
Ашыҡма, йылытып барып килермен утынға.
 
 
Дауам итә аралышыу төңгө сәғәт берҙә,
Аңла, ара нимә? Беҙ ике пар ҡанатлы ерҙә.
Ҡара төн булһа байраҡ, ай яҡтылыҡлы нәсихәт,
Барыр юлыбыҙ булыр ғүмерлек әкиәт.
 
 
Юҡ тиһең осор өсөн ҡанат, беҙҙең көс мөхәббәт,
Яңғыратыр ҡолаҡтарҙы кешеллектең нәфрәт.
Тик айырта алмаҫ ҡулдарыбыҙҙы көнсөллөк,
Тыуғандан тыуа хистәр һулымаҫ бер көнлөк.
 
 
Хистәрҙе сит ҡараштарҙан йәшерә, ҡурҡа,
Саф эскерһеҙ мөхәббәт хаталанып юғалтырға.
Тойғоларҙы мәңгелеккә берләштерер алтын балдаҡ,
Уны йөрөтөр, ышынам, исемһеҙ бармаҡ...
 
 
ҡушымта: (2x)
Ошо ысын тойғолар, ошо ысын хис,
Йәлләмә үҙеңде ҡурҡма ла һис.
Йәшә, ярат, ҡыуан - төн, көн, кис,
Хаҡла шул байлыҡты, өндәшмә, тссс.
 
 
Иҫләйһеңме ҡояшты ҡаршылаған таңдар,
Хистәрҙән иҫергән томанланған аңдар.
Тик һин дә мин юғары баҫымда ҡандар,
Бергә саҡта мәғәнәһеҙлек ваҡыт һәм һандар.
 
 
Кемдер илай, кемдер һорай, тик һин йылмай,
Кемгәлер килешә, кемгәлер ваҡыт туҡтай.
Ҡоса иң яҡын кешене, йөрәккә уҡтай,
Ҡаҙағанда Амур тоҡандырған утҡай.
 
 
Битеңдән үбәм, сәсеңдән һыйпайым, һағынам,
Алыҫта булһам ошо хыялдарға ябынам.
Түҙ инде, аҡыллым, тиҙҙән һиңә яңынан,
Ваҡытта ара төшөнсәне йуйыр яңынан.
 
 
"Ҡурҡма ҡараңғынан, һүндермәм шәмде" -
Тигән һүҙҙәр йәнләндерер ҡалтырар тәнде.
Был хистәр тоҡандыралар йәнә йәнде,
Ошо мәғәнәһе тормоштоң һәм табыу йәмде.
 
 
ҡушымта: (2x)
Ошо ысын тойғолар, ошо ысын хис,
Йәлләмә үҙеңде ҡурҡма ла һис.
Йәшә, ярат, ҡыуан - төн, көн, кис,
Хаҡла шул байлыҡты, өндәшмә, тссс.
 

 

Тональность


Google Analytics