Оса алмам - Рамазанов Ильнур


Мин бит һинһеҙ яңгыҙ ҡош һымаҡ
Һинән башҡа оса алмам,
Уйҙарымда минең һин һаман
Мин әле лә һин тип янам.
 
 
Һин булһаң яндарымда,
Йылмайһаң алдарымда,
Яҡтыра бөтә донъя
Бәхетем һинең ҡулда.
 
 
Мөхәббәт - шундай көслө,
Мөхәббәт - шундай хисле,
Хыялыйлар буламын
Көнө- төнө уйлап һине.
 
 
Беҙ осорбыҙ әле бер заман
Парлап осҡан коштар һымаҡ,
Тик әлегә яңгыҙым һаман
Һине уйлап мин моңланам.

 

Тональность


Google Analytics