Яратманың мине - Рамазанов Ильнур


Күңелдәрең бикле минең өсөн,
Ә хистәрең миңә иш түгел.
Мөхәббәтем йәтем, яуаптар юҡ,
Һыҙлана ла тора йәш күңел.
 
 
Ҡушымта:
Яратманың, яратманың мине,
Күңел ярам яна әрнеүҙән.
Тик һаман да һинең һөйөүеңә,
Өмөт итәм әле, мин түҙәм.
 
 
Күңелдәрең бикле һөйөүемә,
Хистәремде күрмәй үтәһең.
Ә шулай ҙа йондоҙ атылғанда,
Теләк теләп өмөт итәмен.
 
 
Ҡушымта:
Яратманың, яратманың мине,
Күңел ярам яна әрнеүҙән.
Тик һаман да һинең һөйөүеңә,
Өмөт итәм әле, мин түҙәм.

Тональность


Google Analytics