Аҙашҡан ҡарҙар - Рәхмәтуллина Венера


Муйыл сәскә атҡан мәлдә
Яуа аҙашҡан ҡарҙар.
Ҡыштың ошо ҡылығына
Аптырап ҡалды яҙҙар.
 
 
Үҙ мәлендә, үҙ йәмендә
Яумаған ҡар йән көйө...
Һыңарын һуңлап эҙләгән
Аҙашҡан парҙар кеүек.
 
 
Яңылышып ярышалар
Ергә ҡарай аҡ ҡарҙар.
Уйнар мәлегеҙ уҙған шул,
Уста ирегән ҡарҙай.
 
 
Саҡырылмаған ҡунаҡтай
Ябырылған аҡ буран.
Күк үләнкәй күшеккәдер
Ябынғас ҡарлы юрған.
 
 
Ҡаңғыра аҙашҡан ҡарҙар
Һуңлаған көтөү һымаҡ.
Яҙҙың яҙмыштарын бутап
Ҡайтыуы ҡыштың йомаҡ.

 

Тональность


Google Analytics