Бер һүҙ - Аҫылбаева Гүзәл


Йөрәктә ялҡын, алдым шул яҡын
Һинең әйткән һүҙҙәрҙе.
Өҙгөләнә күңелкәйем
Тулған айлы был кистәрҙә.
 
 
Күңелдә тынғы юҡ, йәнемә урын юҡ,
Йөрәгемдә һағыш зары.
Һүндерер өсөн дә, көйҙөрөр өсөн дә
Бер һүҙ етә шул бары,
Тик бер һүҙ етә ул бары.
 
 
Алдан уйлапмы, әллә уйнапмы
Яраланым күңелкәйен.
Ғәйепһеҙгә рәнйеткәндә
Үҙеңә һуң, әйт, еңелме?
 
 
Һағыш та үтер, йәштәр ҙә кибер,
Нурҙар балҡыр йөҙҙәрҙә.
Өмөт ҡайтыр, бәхет артыр
Наҙлап әйткән һүҙҙәреңдән.

 

Тональность


Google Analytics