Кобайыр - Заман (ZAMAN)


1. Күктәге янған йондоҙҙар,
Күңелдәрҙе йылыта.
Ерҙә йәшәү дауам итә -
Төн үтә лә таң ата.
 
 
2. Ҡояш яҡты нурын һибә,
Бар донъяға тик йәм бирә.
Йыр бит ул ғүмерҙе оҙайта,
Йырлап йәшәйек гел бергә.
 
 
3. Изге теләк,моңло йырҙар,
Яңғыраһын бары һәр ерҙә.
Шатлыҡ, бәхет, тыныс тормош
Теләйек бер-беребеҙгә.

 

Тональность


Google Analytics