I. Ауыр юлдарҙа имен киләбеҙ,
Алһыу таңдарҙа өмөт итәбеҙ.
Айһыҙ төндә аҙашмайса
Яңы көндө көтәбеҙ.
Ҡояш балҡыны, ерем йәшәрҙе,
Ҡоштар моңона донъя йәмләнде.
Саф нурҙарҙа, шат моңдарҙа
Бөтә ғәләм йәнләнде.
ҡушымта / chorus :
Йәшнә, ғүмер,
Йондоҙ күгендә, бәхет илендә.
Аяҙ көндә, айлы төндә
Йәшнә, ғүмер, ожмах түрендә.
II. Атай-әсәйҙән ҡеүәт алабыҙ,
Яҡты яҙҙарҙа аяҡ баҫабыҙ.
Талда былбыл һайрай өҙөп -
Йәшәрҙе киң далабыҙ.
ҡушымта / chorus :
Йәшнә, ғүмер,
Йондоҙ күгендә, бәхет илендә.
Аяҙ көндә, айлы төндә
Йәшнә, ғүмер, ожмах түрендә.
Йәшнә, ғүмер,
Йондоҙ күгендә, бәхет илендә.
Аяҙ көндә, айлы төндә
Йәшнә, ғүмер, ожмах түрендә.
Аяҙ көндә, айлы төндә
Йәшнә, ғүмер, ожмах түрендә.