1.Һинең күңел әйтерһең дә ап-аҡ бер ҡыш,
Үҙе йомшаҡ, үҙе һап-һалҡын.
Ҡышҡы ҡояш кеүек һаран һинең наҙың,
Тик хистәрең генә гел ялҡын.
Ҡушымта:
Мин яратам һине, бәғеркәйем,
Йәнем-тәнем менән яратам.
Был донъяның наҙлы яҙы,
Ҡар- буранлы ҡышы,
Йәйе-көҙө менән яратам.
2.Һинең күҙҙәр ,әйтерһең дә, яҙғы баҡса,
Йәшеллеге йәнде иркәләй.
Тәмен белеп кенә ул йылмайып көлә,
Йә яратып ҡына үпкәләй.
Ҡушымта.
3.Һинең донъяң, әйтерһең дә, йәйҙең үҙе,
Аллы-гөллө киң бер болонлоҡ.
Үҙ- үҙемде онотоп, бары һиңә генә
Бер миҙгелдә ғашиҡ булырлыҡ.
Ҡушымта.