Өлөш барлығы мине йәшәтә,
Өмөт барлығы мине йәшәртә.
Тик оҙон йылдар, бик алыҫ юлдар,
Күпме һонолма, тоташмай ҡулдар.
Әле йәшәтә һүнмәгән хистәр,
Беҙ күрешәсәк хыялый кистәр.
Ниңә һаман да һин уйҙа ғына,
Бәхетле йөҙҙәр сит туйҙа ғына.
Хыялым минең – йәйғорло күпер,
Һағышта янып был көн дә үтер.
Кешеләр тыуа донъяға ишләп,
Табышманыҡ һуң нишләп, ни эшләп.
Өҙөләм үҙем, һулҡылдай ярам,
Бығауҙарымды уртаға ярам.
Мин һиңә барам, мин һиңә барам,
Бер көнгә түгел, мәңгегә барам.
Күңел еленә елкенә йөрәк,
Етәрлек түгел, аралар йыраҡ.
Ҡайғыларымды ҡайсылап турап,
Уңмай әйләнәм, тағы бер урап.
Һаҙағай уйнай ялтан да йолтан,
Ебемәйем тип, йәшемде йотам.
Ҡош юлдарына маяҡтар ҡуям,
Йәрем күрһен тип, йондоҙҙар ҡоям.
Яңғыҙ килешә айға, ҡояшҡа,
Улар камилдар, улар түңәрәк.
Ҡояш булырға, айҙай тулырға,
Миңә һин кәрәк, миңә һин кәрәк.