Кайындар шаулай - Макар мәҙәниәт йорто


Ал нурҙарга төрөнөп, ҡояш байый, 
Үткән юлдар килә күңелгә. 
Еңеүҙәрҙе яулап алған көндәр 
Онотолмаҫтар ғүмер-ғүмергә. 

Зәңгәр томандарға күмелеп ҡалды 
Беҙ походтар кискән ул саҡтар. 
Күптән һүнде Дунай буйҙарында 
Беҙ ҡабыҙған осҡон усаҡтар. 

Юғалтыуҙар алып килде һуғыш, 
Күпме дуҫтар ҡайтмай ҡалдылар. 
Шул дуҫтарҙың йоҡоларын һаҡлап, 
Аҡ ҡайындар моңһоу шаулайҙар. 

Таралыштыҡ илдең ҡырҙарына, — 
Осрашырбыҙ микән беҙ тағын? 
Һағынам һеҙҙе — еңеү юлдарынан 
Бергә үткән, һалдат дуҫтарым!

Тональность


Google Analytics