Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ - Абдуллина Гөлнур


Хоҙай биргән ғүмерҙәрҙең
Сәғәттәрен һанайбыҙ.
Бәхет ҡәҙерен был ерҙә
Ҡайғы килгәс аңлайбыҙ.

Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ, тип,
Замананан ҡалмайбыҙ.
Ерҙә тик ҡунаҡ икәнде
Никтер һуңлап аңлайбыҙ.

Йәшәргә лә ваҡыт ҡалмай,
Донъя ҡыуып арыйбыҙ.
Ғүмерҙең ике килмәүен
Ғүмер үткәс аңлайбыҙ.

Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ, тип,
Замананан ҡалмайбыҙ.
Ерҙә тик ҡунаҡ икәнде
Никтер һуңлап аңлайбыҙ.

Дуҫ - туғанды бер күрергә
Ваҡыт таба алмайбыҙ.
Яҡындарҙың ҡәҙерен беҙ
Тик юғалтҡас аңлайбыҙ.

Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ, тип,
Замананан ҡалмайбыҙ.
Ерҙә тик ҡунаҡ икәнде
Никтер һуңлап аңлайбыҙ.

Тональность


Google Analytics