Борай - Шайбәков Марат


Бара торғас бер ултырҙым
Бейек тау биттәренә.
Беҙ түгел - ҡоштар талпына
Ҡайтырға илдәренә.

Һыу буйында ике тирәк
Берһен киҫергә кәрәк.
Берһен киҫһәң - яңғыҙ ҡала,
Яңғыҙ нишләргә кәрәк.

Урал тауы бейек тейҙәр,
Урал тауы күрәнмәй.
Йәшектәге саф мөхәббәт
Нишләһәң дә һүрелмәй.

Ҡарағайлы ҡаруманды
Үтер көндәр булырмы?

Ҡаршы килеп, ҡул бирешеп

Ҡүрешер көндәр булырмы?

Тональность


Google Analytics