Бәхет ҡошом - Фәрхи Хәниә


1.Бергә - бергә булырға, тип ғүмергә,
Һүҙ бирҙең минең йөрәгемә.
Өҙөлөп һөйҙөм мин бит һине,
Инде хәҙер, онот, тиһеңме.

2. Оноторға мөмкин түгел һис ҡасан,
Ут һалдың минең йөрәгемә.
Һайрамағас, бәхет ҡошом,
Ник ҡундың минең тирәгемә?

3. Өҙгөләнә йөрәгемдең пәрҙәһе,
Телгеләнә йөрәк яраһы.
Китмә - китмә, бәхет ҡошом,
Һиңә төбәлгән күҙ ҡарашым.

Тональность


Google Analytics