1.Сәскәләрҙәй наҙлап беҙҙе,
Ғәзиз әсәй үҫтергән.
Сал төшмәгән, йылдар уға,
Ап-аҡ ҡалпаҡ кейҙергән.
Ҡушымта:
Әсәйҙәрҙең уй - теләге,
Һәр саҡ ярҙамсы.
Юлға сыҡма әсәйҙәрҙән
Фатихалар алмайса.
2.Әсәйемдең аҡ сәстәре,
Ап - аҡ сәскәләр.
Ғүмер биргән, иман биргән,
Беҙгә әсәләр.
Ҡушымта.
3.Мәтрүшкәле сәйҙәр менән,
Һәр саҡ көтә әсәләр.
Һыуынмаһын самауырҙар,
Ҡайнап торһондар улар.