Батырҙар һәйкәле - Колонсаҡ


1.Батырҙар һәйкәле
Мәңгелек ут яна
Шул һәйкәл янында
Кешеләр тын ҡала.
Шул һәйкәл янында
Кешеләр тын ҡала.

2.Батырҙар һәйкәле
Граниттан һалынған
Ә уға алтындан
Исемдәр яҙылған.
Ә уға алтындан
Исемдәр яҙылған.

3. Исемдәр бер заман
Һалдаттар инеләр
Тыуған илде һаҡлап
Уттарға инделәр.
Тыуган илде һаҡлап
Уттарга инделәр.

4.Ҡаһарман йөрәктәр
Һүнмәнеләр улар
Мәңгелек ут булып
Балҡыйҙар бит улар!
Мәңгелек ут булып
Балҡыйҙар бит улар!

Тональность


Google Analytics