Еңеүселәргә дан - Хәбибуллин Ғабдрахман


Яу ораны һалды Ватан,
Ат атланды батырҙар –
Ил дошмандарын ҡыйратып,
Яуҙан еңеп ҡайтырҙар.

Ҡушымта:
Һай, аҫыл ил улдары,
Яуҙан еңеп ҡайтығыҙ.
Һай, алтын ил ҡыҙҙары,
Ҙур дан менән балҡығыҙ.

Яуға оҙаттыҡ ирҙәрҙең
Аҫылын, батырҙарын.
Яуға оҙаттыҡ ҡыҙҙарҙың
Алтынын, матурҙарын.

Ҡушымта:
Һай, аҫыл ил улдары,
Яуҙан еңеп ҡайтығыҙ.
Һай, алтын ил ҡыҙҙары,
Ҙур дан менән балҡығыҙ.

Яҙ ҡояшы кеүек балҡып,
Батырҙар ҡайтты яуҙан.
Яҙ ташҡыны кеүек урғып,
Йырҙары килә алдан. 

Тональность


Google Analytics