Хин минеке - мин һинеке - Нурғалин Иҙел



Был донъяға яралғанбыҙ

Икәү бәхет ҡорорға

Яҙмышыбыҙ уртаҡ һалып

Тормош юлын уҙырға



Һин минеке, мин һинеке

Беҙ бит хәҙер бер бөтөн

Һүндермәйек икәү яҡҡан

Усаҡтарҙың ҡуҙ көлөн



Пар балдаҡтың алтын төҫө

Тутыҡмаһын һис ҡасан

Зарланмайыҡ һынауҙарға

Донъя шулай ҡоролған



Ғаилә ҡороу уйын түгел

Шуны аңлап йәшәйек

Ғүмерҙәр ҙә ике килмәй

Ҡәҙерҙәрен беләйек
 
 

Тональность


Google Analytics