Бер алманы бишкә бүләйек - Сафина Алһыу


Арҡаларҙан арпа урайыҡ,
Туғайҙарға төшөп ҡунайыҡ,
Бер алманы бишкә бүләйек,
Бер алманы бишкә бүләйек,
Беребеҙ өсөн беребеҙ үләйек.

Һөйләгәндәр, әй һөйләһен,
Ишетмәгән кеше булайыҡ,
Айырылмаҫлыҡ дуҫтар булайык,
Айырылмаҫлыҡ дуҫтар булайык,
Был дөнъяның кәҙерен беләек.

Түгәрәк тә, һай, ҙур ялан,
Ат уйнатам диһәң, тау яман;
Йел йелләмәй ҡурай һелкенмәй,
Йел йелләмәй ҡурай һелкенмәй,
Бер йырламай йөрәк йелкенмәй.

Бер алманы бишкә бүләйек,
Беребеҙ өсөн беребеҙ үләйек.
Айырылмаҫлыҡ дуҫтар булайык,
Был донъяның кәҙерен беләйек.
Был донъяның кәҙерен беләйек.
 
 

Тональность


Google Analytics