Йылмай - Мс Баш


Йәле иркәм йылмай балҡыхын йөҙҙәрең
Күнелкәйем йырлай йәшермә минән күҙҙэрең.
Йөрәк илай һин йыраҡ булғанда
Үтенәм йәнем йылмай.
1)күрәм күрәм Һылыуым йөҙөңдә йылмайыу.
һинең теләк ҙурҙыр, хистәребеҙҙә алйыу
Кумелеп рәхәтләнеп көтөп алып байыу
Ҡояштар алыштыра шунан хәлдән тайыу
Йомшаҡ ҡулдарын тотам иркәләп,
Миңә вакыт бик тиҙ үтә, булһаҡ бергәләп
Мин туймаҫмын мәңге һиңә һоҡланып
Бына тағы күрмәҫтәй булып ҡосаҡлап
Керпектәрең елпә- елпә миңә ҡарай
Шундай наҙлы сәстәрен тарай
Яңынан ғашик булам, һине кургән һайын
Кәрәкмәй тиңләргә ҡояшын айын,
Көтәм һинән йылмайы, узем йылмаям
Оялма һылыуым, мин оялмайым
Мөхаббәт көсәйә яҡынайған һайын
Беҙ икәү бәхетле, шуға мин йылмаям...
ПРИПЕВ
2)Әйҙә икебеҙ хыялдарҙы тыймайыҡ
Ике тормоштан берәүҙе йыйнайыҡ.
Бейеклектән иҫерәм булһамда айыҡ
Мәңгелеккә ошо уйынды уйнайыҡ
Һаҡла әлеге тойғоно йөрәктә
Аралар йыраҡ булып йөрөһәк тә
Тибешем һыймаҫтай булып доньяны кукрәтә
Иң саф хистәрзең ошолор көсөн күрһәтә
Ҡытыклап битемдән йөрөтә сәстарен
Бер ҡасан күрергә яҙмаһын һинең йәштәрең
Үпкәләтһәм яңылыш битемдән тештәрең
Яратыу көслө тойғоларым тәрән
Әле һин янда мине бераү ҙә тыймай
Башымда тик әлегә төрлө уйҙар уйнай
Шундай бәхет бер минутта булмай
Иркәләп мине, йәле бер йылмай
... Һагынам янда булғанда
Куңелем илай
Бар донья моңайһа ла
Үтенам йылмай

Тональность


Google Analytics