Аҙашҡан бәхет - Гиззатуллин Рустам


Күпме ҡарҙар яуған,
Күпме һыуҙар аҡҡан. 
Ләкин һинең һүҙҙәр бәғрем,
Хәтеремдә ҡалған.
Юғалтма һин мине, юғалтма, 
Бик оҙон юлға сығам, оҙатма. 
Тормоштар нисек кенә ҡыйын булһала йәнем,
Яңғыҙымды ҡалдырма, мине онотма.

Ҡушымта: 
Алыҫтарҙа йәшлегемдә,
Аҙашып ҡалды үҙ бәхетем.
Онота алмам ғүмергә, 
Һөйгән йәрем, мөхәббәтем.
(2 тапҡыр).

Һине эҙләп таба алмай, 
Күпме юлдар үтәрмен икән.
Йөрәк һаман тыңғы тампай,
Ул бит аңлай алмай, 
Һинһеҙ йәшәп булмай,
Йәш ғүмерҙәр үтеп киткән.

Ҡушымта: 
Алыҫтарҙа йәшлегемдә,
Аҙашып ҡалды үҙ бәхетем.
Онота алмам ғүмергә, 
Һөйгән йәрем, мөхәббәтем.
(2 тапҡыр).

Ҡушымта: 
Алыҫтарҙа йәшлегемдә,
Аҙашып ҡалды үҙ бәхетем.
Онота алмам ғүмергә, 
Һөйгән йәрем, мохәббәтем.
Онота алмам ғүмергә, 
Һөйгән йәрем, мөхәббәтем.

Онота алмам ғүмергә, 
Һөйгән йәрем, мөхәббәтем.

Тональность


Google Analytics