Хағындым - Гиззатуллин Рустам


Был ауыр тормош беҙҙән һорап тормайса айырҙы,
Йырҙарҙа йырланған пар ҡанаттарҙы ла ҡайырҙы.
Селпәрәмә килде 5-се ҡаттан төшөп мөхәббәт,
Имеш килеп бөгөндән барыһы ла була ти һәйбәт.
Ғүмерҙәр ике килмәгән өсөн мине ғәфү ит,
Оҙаҡҡа юғалыр булһаң үҙең менән үк алып кит.
Сәләмеңде кисә миңә төнгө өстә еткерҙеләр,
Хатыңды уҡып булманы, утты һүндерҙеләр.

Ҡушымта:
Һағындым һине берҙән берем, 
Ҡайт инде кире ҡәҙерлем.
Йөрәк бит тимер түгел,
Һинһеҙ ул күпме түҙер, белмәйем.

Мәңгелек мөхәбәтте кемдәр уйлап тапты икән,
Нисәмә мең һөйгәндәрҙең йөрәктәр бергә типкән.
Күҙҙәремдә һинең һағынған ике күҙең сағыла,
Төштәремдә эҫҫе ҡулдарың, ҡулдарыма ҡағыла.
Аңлап булмай кешеләрҙең бер-береһен кәмһетеүе, 
Ауыр һүҙҙәр әйтеп күңелемде ҡабат әрнетеүе.
Алыҫ йондоҙ яҡтылығы беҙгә өҫтәмәй йылылыҡ,
Ул һиңә лә өндәшә, яңғыҙлыҡ, яңғыҙлыҡ.

Ҡушымта:
Һағындым һине берҙән берем, 
Ҡайт инде кире ҡәҙерлем.
Йөрәк бит тимер түгел,
Һинһеҙ ул күпме түҙер, белмәйем.
(2 тапҡыр).

Һағындым, һағындым,
Ҡайт инде кире ҡәҙерлем.

Ҡушымта:
Һағындым һине берҙән берем, 
Ҡайт инде кире ҡәҙерлем.
Йөрәк бит тимер түгел,
Һинһеҙ ул күпме түҙер, белмәйем.

Был ауыр тормош беҙҙән һорап тормайса айырҙы,
Йырҙарҙа йырланған пар ҡанаттарҙы ла ҡайырҙы.
Селпәрәмә килде 5-се ҡаттан төшөп мөхәббәт,
Имеш килеп бөгөндән барыһы ла була ти һәйбәт.

Тональность


Google Analytics