Хыялым - Гиззатуллин Рустам


Һинең бер ҡарашың йәнемде арбаны, 
Күңелемде яуланы, мине әсир итте.
Хистәрем утында ....... янырға,
Тик бер ҡарашың һинең, мине мәжбүр итте.
Күңелем түрендә, тик һине йөрөтәм,
Юлдарҙың сатында, тик һине мин көтәм.
Хыялым артынан, күҙ йомоп ейәрәм,
Яратып юҡһынып, мин һине көтәм.

Юлдарға ҡарап,
Күҙҙәрем тала.
Һине һағынып,
Һағышта янам.

Хыялдарҙың серен белгең килһә,
Якты карашың төбәп һин күккә.
Күрәһеңме мөғжизәләр өҫтәп,
Йыһандарҙан пар йондоҙҙар төшә.

Ҡушымта: 
Сер тулы күҙҙәреңә,
Хис тулы йөрәгеңә.
Наҙ тулы күңелеңә,
Йондоҙҙан юл һалам.
Офоҡтарға күҙем һалам,
Ысыҡтарҙан юлым ярам.
Һөйөүгә өмөтөм үреп,
Һиңә ҡаршы барам.

Һине һағынам!

Яратҡан йөрәктәр, тейештер табышырға,
Наҙ тулы күңелдәр тейеш ҡауышырға.

Һағышта янам!

Һөйөүҙән янғандар, үҙ йәрен тапҡандар,
Бәхетле донъяла, бәхетле йыһанда. 

Ҡушымта: 
Сер тулы күҙҙәреңә,
Хис тулы йөрәгеңә.
Наҙ тулы күңелеңә,
Йондоҙҙан юл һалам.
Офоҡтарға күҙем һалам,
Ысыҡтарҙан юлым ярам.
Һөйөүгә өмөтөм үреп,
Һиңә ҡаршы барам.

Тональность


Google Analytics