Мине онотһаң - Гиззатуллин Рустам


Беренсе көн һинһеҙ үтеп китте, 
Минең йәнем. 
Күңелемә урын тапмай, 
Ҡайҙа барырға белмәнем. 
Күҙ йәштәрем хәҙер кипте инде,
Күрмәнең. 
Бик иртәләп көҙҙәр килде, 
Һинһеҙ күпме түҙермен.

Ҡушымта:
Мине онотһаң,
Ҡар булып ергә яуырмын. 
Мине онотһаң,
Йондоҙ булып атылырмын.
Онотһаң мине, 
Төштәреңә гел керермен. 
Ике көндән үк үлермен, 
Онотһаң мине.

Күп хаталар төҙәтелмәй ҡалды, 
Беләһең. 
Ғәйеплене эҙләмәйек, 
Яңғылышҡанбыҙ күрәһең. 

Ҡушымта:
Мине онотһаң,
Ҡар булып ергә яуырмын. 
Мине онотһаң,
Йондоҙ булып атылырмын.
Онотһаң мине, 
Төштәреңә гел керермен. 
Ике көндән үк үлермен, 
Онотһаң мине.

Йылдар үткәс кенә, 
Ҡәҙеремде белерһең.
Эргәңдә мин булмам шул, 
Мин булмам. 

Ҡушымта:
Мине онотһаң,
Ҡар булып ергә яуырмын. 
Мине онотһаң,
Йондоҙ булып атылырмын.
Онотһаң мине, 
Төштәреңә гел керермен. 
Ике көндән үк үлермен, 
Онотһаң мине. 

Ҡушымта:
Онотһаң мине, 
Төштәреңә гел керермен. 
Ике көндән үк үлермен, 
Онотһаң мине.

Тональность


Google Analytics