Гүмер биҙәгем - Гиззатуллин Рустам


Ҡаршы ала гел йылмайып ҡына,
Гүзәлдәрҙән-гүзәл иртәләр.
Тәҙрә төбөндә гөлдәр кеүек,
Яҡты хыялдарға кертәләр.

Ҡушымта: 
Ҡаршы ала гел йылмайып ҡына,
Гүзәлдәрҙән-гүзәл гүзәлем.
Тәҙрә төбөндәге гөлдәр кеүек,
Ул бит минең тормош биҙәгем.
(2 тапҡыр).

Ҡаршы ала гел йылмайып ҡына,
Гүзәлдәрҙән-гүзәл көндәрем.
Төштәге бәхетте аңлап була,
Ысын икән тип ихлас көлгәнем.

Ҡушымта: 
Ҡаршы ала гел йылмайып ҡына,
Гүзәлдәрҙән-гүзәл гүзәлем.
Тәҙрә төбөндәге гөлдәр кеүек,
Ул бит минең тормош биҙәгем.
(2 тапҡыр).

Ҡаршы ала гел йылмайып ҡына,
Гүзәлдәрҙән-гүзәл кистәрем.
Көндәр иртәләрҙә һаҡланалар,
Гүзәлекле ғүмер кискәнем.

Ҡушымта: 
Ҡаршы ала гел йылмайып ҡына,
Гүзәлдәрҙән-гүзәл гүзәлем.
Тәҙрә төбөндәге гөлдәр кеүек,
Ул бит минең тормош биҙәгем.
(2 тапҡыр).

Ҡушымта: 
Ҡаршы ала гел йылмайып ҡына,
Гүзәлдәрҙән-гүзәл гүзәлем.
Тәҙрә төбөндәге гөлдәр кеүек,
Ул бит минең тормош биҙәгем.
(2 тапҡыр).
Тәҙрә төбөндәге гөлдәр кеүек,
Ул бит минең тормош биҙәгем.

Тональность


Google Analytics