F#m D
1)Иркәм төнөн күккә баҡһаң
A E
Минең һөйөүемде шул минутта аңларһың
F#m D
Ерҙә күпме эҙләһәңдә
A E
Минән башҡа ғашиҡ йәнде йәнем тапмаҫһың
D
Тик яҡты йондоҙ
E
Таңда, әкрен генә күҙ ҡыҫыр
F G
Ул минең һиңә тәүге һүҙем булыр.
Әгәр яуап бирер булһаң
Минең йондоҙомдың таңғы сәләм һүҙенә
Йөрәк серен асалмаһаң
Ҡыймайынса ҡарарғала минең күҙемә
Әйт сәләмеңде күктәге иң яҡты йондоҙға
Ул һис тартынмай юл күрһәтер беҙгә
Ҡушымта:
F#m D
Ос, ос йөрәк күккә, йондоҙҙар янына
A E
Ҡош юлдары буйлап алыҫҡа
Мең мең нурҙар менән балҡырһың һин унда
Урын юҡ йыһанда һағышҡа
Ос, ос йөрәк күккә, йондоҙҙар янына
Һине атап һөйөү хаҡына
Йым йым иткән һанһыҙ йондоҙ араһына
Ғүмер буйы көткән хыял хаҡына
2)Беҙҙең йөрәктәр ҡауышһа
Киң йыһанда бер-береһен табып аҙашмай
Беҙҙән бәхетле пар булмаҫ
Бер-береһен йәндәй күреп шулай яратҡан
Ә бөтә ғәләм, беҙҙең мөхәббәткә таң ҡалыр
Тик яҡты йондоҙ беҙгә шаһит булыр