Am
Көҙ елдәре менән тағы килде,
C
Мине һағыштарға батырып.
Dm G C Am
Йәмле яҙҙарымды һағынамын,
Dm Em Am
Әллә көҙҙәр шулай ҡатымы?
Dm G C Am
Йәмле яҙҙарымды һағынамын,
Dm Em Am
Әллә көҙҙәр шулай ҡатымы?
Һиңә әйткән инем шул саҡтарҙа:
"Осма, осма йылы яҡтарға",
Ҡоштар менән ҡайтырһың һин яҙын,
ә мин Мөхәббәтте ҡалам һаҡларға.
Ҡоштар менән ҡайтырһың һин яҙын,
ә мин Мөхәббәтте ҡалам һаҡларға.
Хәтеремдә һаман йылы йәйҙәр,
Һыу буйында йөр(ө)гән мәлдәрем.
Нисек кенә, нисек икән, йәнем,
Нисек кенә икән хәлдәрең?
Нисек кенә, нисек икән, йәнем,
Нисек кенә икән хәлдәрең?
Йыраҡтарҙан сәләм ебәргәндә,
Исемемде әйтеп оҙат һин,
Һарғайып та бөтһәм, бары һине,
Бары һине генә көтәм мин.
Һарғайып та бөтһәм, бары һине,
Бары һине генә көтәм мин.
Йәмле яҙҙар тағы ергә килер,
Наҙлы елдәр һине илтерҙәр.
Күҙҙәремдән йәштәр бәреп сығыр,
Һағыштарым ҡабат китерҙәр.
Күҙҙәремдән йәштәр бәреп сығыр,
Һағыштарым ҡабат китерҙәр.