Күл буйында - Арғымаҡ


Am F

Күл буйында мин ятам, ҡояш нурҙарын йотам

Am F
Эҫе таштар арҡамды яндыралар

Am F
Эргәмдә ҡоштар һайрай күңелемә рәхәт

Am F
Минең йөрәгемдә йәшәй саф мөхәббәт

Ҡушымта:
Эй, һылыу ҡыҙыҡай, хәлдәрең нисек?
Һиңә эҫе булып китһә һыу инәйек
Күлдәге балыҡтар аяҡты ҡытыҡлата
Тәндәге булған йөндәрҙе ҡапыл ҡалҡыта

Ҡояш апай йылыта, көндө нығ(ы)раҡ ҡыҙҙырта
Һалҡын ғына ел өрә минең битемә
Күл буйында беҙгә оҡшай, мин һиңә һыу сәптертәм
Йәй көнө беҙгә рәхәт, мин йәйҙе яратам

Ҡушымта:
Эй, һылыу ҡыҙыҡай, хәлдәрең нисек?
Һиңә эҫе булып китһә һыу инәйек
Күлдәге балыҡтар аяҡты ҡытыҡлата
Тәндәге булған йөндәрҙе ҡапыл ҡалҡыта

Оҙаҡламай кис етә, ҡояш йоҡларға китә
Урынына ай сыға, беҙгә яҡтырта
Эргәмдә ята кәмә, шул кәмәлә беҙ бергә
Көнө буйы йөҙәсәкбеҙ күл уртаһында

Ҡушымта:
Эй, һылыу ҡыҙыҡай, хәлдәрең нисек?
Һиңә эҫе булып китһә һыу инәйек
Күлдәге балыҡтар аяҡты ҡытыҡлата
Тәндәге булған йөндәрҙе ҡапыл ҡалҡыта

Тональность


Google Analytics