Аппағым - Кәбиров Артур


“Түҙемдәрем бөттө”, – тимә –

таштар  ярып тап тағы;

яттар яманатын һатыр –

һин ышанма, аппағым!

 

Булыр япа-яңғыҙ ҡалған,

минән биҙгән саҡтарың:

яттар:

“Миңә таян”, – тиер,

һин таянма, аппағым!

 

Күл көткәндә,

күләүектәй

булыр, бәлки, тапҡаным;

яттар тау вәғәҙә итер –

һин алданма, аппағым!

 

Ғәжәпләнмә:

күләгәнән

артыҡ булһа аҡ яғым…

 

“Һин уға – Алла!” – тиһәләр,

һис шикләнмә, аппағым!

 

 

 

Тональность


Google Analytics