Мәхрүм иттек - Кәбиров Артур


Туҡталдыҡ та,

Һис тә юҡҡа

үс иткәндәй тар һуҡмаҡҡа,

йүнәлдек ике тарафҡа:

һин – уң яҡҡа,

мин – һул яҡҡа…

 

Көттө һуҡмаҡ –

табандарҙың

терелткес йылыһын көттө…

 

…Айҙар үтте,

йылдар үтте –

һуҡмаҡтағы

эҙҙәр бөттө…

 

Яҙмыш – туҡмаҡ:

арабыҙҙа –

өҙөк һуҡмаҡ,

күңел китек:

беребеҙҙән

беребеҙҙе

күрәләтә

мәхрүм иттек…

 

…Эй, ахмаҡтар…

 

Тональность


Google Analytics