Әйҙә туңдырһындар ыжғыр елдәр,
Ҡырыҫ көндәр әйҙә үтһендәр;
һинең хатыңдағы йәйғор һүҙҙәр
Ошо көндә ярҙам итһендәр.
Ҡушымта:
Һуңғы туптың гөрһөлдәүе тынғас,
һиңә тартып,
йәнем елкенер;
Дошман ҡаршылығы тамам һынғас,
мин ҡайтыр көн, иркәм,
бел:
килер!
Күңел ташыр,
шат күрешеү татып,
ирендәргә ирен ҡушылыр…
…Ә хәҙергә
аҡ хәбәрле хатым
китә торһон ҡыйғыр ҡош булып…