Моңһоу рок-н-ролл - Кәбиров Артур


 

Икәү-ара һуҙылған ҡылда

Кемдер әкрен уйнай рок-н-ролл.

Арыһам да артыҡ хистәремдән,

Шыбырлайым һаман һиңә: “Бул”.

 

Икәү-ара һуҙылған ҡылда

Кемдер әкрен сиртә рок-н-ролл.

Ғәйепләмә. Йөрәгемә ҡай саҡ

Баш булалмам, гүйә, ҡол.

 

Икәү-ара һуҙылған ҡылда

Кемдер һаман һуҙа рок-н-ролл.

Яндарыңда ҡала алмаһам да,

Шыбырлайым һиңә: “Бул”.

 

Тик тупһала ҡатып ҡалма, зинһар.

Ниндәй гонаһ өсөн түләү был?

Икәү-ара ҡылды һаман өҙмәй

Яҙмыш сиртә моңһоу рок-н-ролл…

Тональность


Google Analytics