Теләк - Кәбиров Артур


Яңы тыуыр көнөң, һинең барыр юлың

яҡты булһын…

Тойғо-уй хистәрең, барлыҡ теләктәрең

ҡабул булһын.

Хыялыңдан һис тә яҙма,

Ҡарап атла ҡош юлына.

 

Ҡушымта:

Гитарамды ҡулға алам,

Уйнап-йырлап алға барам.

Күңелем серен йырға һалып,

Дуҫтарыма илтә барам.

 

Көслө рухтарыбыҙ, күңел ҡоштарыбыҙ

Һәм беҙ ирекле.

Ҡая-таштарыбыҙ, ялан-урманыбыҙ

Һәм ул беҙҙеке.

Ә мин осам йыһандарға,

Осам күккә ҡош юлына!

 

Барыр юлдарыбыҙ,

Ҡылыр уйҙарыбыҙ

Яҡты булһын!

Тональность


Google Analytics