Германия – Юберлинген - Кәбиров Артур


Ил хәсрәтен аңлатырға

Бер һүҙ етә – Юберлинген.

Уның аяҙ күктәрендә

Нисәмә йән йәберләнгән!

Был гонаһһыҙ сабыйҙарҙы

Һаҡламаның ниңә, Аллам?!

Нисек түҙҙең, ялбарышып

Һорағанда улар ярҙам?!

 

Юберлинген… Баҫыуҙарың

Беҙҙәгеләй йәшел икән,

Түгелеп тә яуған ямғыр

Сабыйҙарҙың йәше микән?

Беҙҙә лә бит әле булһа

Күҙ йәштәре туҡтамаған,

Бер атай юҡ уйһыҙ ҡалған,

Бер әсә юҡ һыҡтамаған.

 

Әйләнер ҙә ҡайтыр инде

Күкте ҡаплап һалҡын болот,

Әммә ямғыр тамсылары

Йәнде өтөр ялҡын булып.

Йөрәгемде өтөр был һүҙ:

Германия – Юберлинген.

Янып төшкән самолеттай

Минең күңел күмерләнгән.

Тональность


Google Analytics