Ҡарҙар яуған ҡышҡы көндә
Уяндым яҡшы кәйеф менән.
Онотолмаҫ һис тә был көн,
Мәңге хәтерҙә ҡалыр минең.
Урамдағы һәр бер кеше
Миңә йылмайған төҫлө,
Шатлығымды улар аңлай төҫлө.
Ҡушымта:
Минең улым тыуған,
Донъяға нур тулған.
Минең бөгөн байрам,
Донъя ҡалһын хайран.
Оҡшаған ул кемгә,
Тиҙерәк белгем килә.
Күңелемә үҫте ҡанат,
Әйтерһең дә осоп йөрөйөм.
Атай булдым – ниндәй бәхет,
Ҡотлай дуҫтарым мине бөгөн.
Ҡыуанысым эскә һыймай,
Миңә бөгөн шул тиклем рәхәт,
Рәхмәт һиңә, бәләкәсем, рәхмәт!
Ҡушымта:
Үҫ бәхетле булып,
Үҫ аҡыллы булып.
Ярҙам ҡулы һуҙып,
Беҙгә терәк булып.
Һин минең уң ҡулым,
Минең батыр улым!