Капитан - Кәбиров Артур


Зәңгәр диңгеҙ, мин капитан,

Ҡарапта аҡ елкән.

Еләм хыялым артынан,

Хыялым алыҫҡа киткән.

 

Зәңгәр диңгеҙ һәм аҡ карап,

Еләм алға йондоҙ һанап.

Йондоҙсоҡтар, дуҫҡайҙарым,

Ҡалдығыҙ һеҙ ҡайҙа илап?

 

Йөҙәм зәңгәр диңгеҙ буйлап,

Юлым ҡатмарлы.

Тик бирешмәм хыялым аҡ,

Осраһа ла пират-ҡараҡ!

 

Беҙ  барыбыҙ баласаҡтан,

Яҡты хыял, шаян саҡтан.

Тик ниңәлер беҙҙең йәнде,

Типкән, өҙгән, кемдер һатҡан.

 

Зәңгәр диңгеҙ, мин капитан,

Минең карапта аҡ елкән,

Еләм хыялым артынан,

Хыял күптән инде батҡан,

Хыял һыу төбөнә киткән.

Тональность


Google Analytics