Гәлимә (Ҡара йөҙҙәр) - Кәбиров Артур


1. Беҙ ике күбәләктер,

Күңел елбәҙәктер

Хистәр таша.

Беҙ ике хыялыйҙыр

Донъя инде һыйҙыр

Ҡосағыңа.

Донъя һыйҙырманы,

Тупыҫ ҡанундары

Тапаны беҙҙең хисте.

Ҡараға буялды,

Ҡулдар бығауланды,

Яҙмыш бөтөнләй һынды.

 

2. Беҙ бәлки ҡоштарҙыр,

Һыуыҡ ҡыштарҙа

Ялҡын яна.

Беҙ ике күҙәнәктер

Типкән йөрәктә

Мин уянам.

Тупаҫ ҡараштары

Күҙҙәре, таштары

Оса беҙҙең өҫкә.

Ялған ҡорбандары

Хәйлә ҡорғандары

Йөҙҙәр ҡара төҫтә.

 

3. Һин хәҙер фәрештәлер,

Гонаһлы кешеләргә,

Ҡараш ташла.

Һин саф күңелдәрҙе

“Ҡара йөҙлө”ләрҙе

Йәнем, һаҡла.

Тональность


Google Analytics