Һинең өйөңдә бысраҡ өҫтәл,
Һинең йөҙөңдә ҡот осҡос әжәл.
Ҡанһыҙ тамырҙар һинең ҡулыңда,
Тик энә генә һинең уйыңда.
Ғүмерең үтте, һин шуны аңла,
Тамуҡ уттары көтә бит алда.
Тыңламаның шул һин дуҫтарыңды
Бар хыялдарың ағыуҙа янды.
Ҡушымта:
Иблестәр һөйә һине,
Иблестәр үбә һине,
Йәшел йылан һура һине
Ул бит ҡорота һине.
Иҫләйһеңме һин яҡты көндәрҙе,
Дуҫтарың менән үткән төндәрҙе.
Һөйгән йәреңдең йылы һүҙҙәрен,
Мөхәббәт тулған наҙлы күҙҙәрен.
Юҡ! Йәшел йылан һине арбаны,
Баланы кеүек һине алданы.
Ҡапҡа ябылды яҡты ожмахҡа,
Иблис саҡыра һине тамуҡҡа.