Юлһыҙ ғына ерҙән юлдар ярып - Кәбиров Артур


Юлһыҙ ғына ерҙән юлдар ярып,

Ҡайтып киләм, тауҙар артылып.

Эй, һағындым, йәнем, ер еләгем,

Күҙ алдымдан китмәй балҡыуың.

 

Таңдарымда миңә ҡояш баҡты,

Юл күрһәтте йондоҙ төндәрҙә.

Көнөн-төнөн еләм тынғы белмәй, —

Иҫән-һауҙар микән илдәрҙә?

 

Әминәкәй көтөп ҡаршы алыр,

Рамазаным булыр ҡулында.

— Һаумы, улым, һаумы, Рамазаным,

Йәндәр аттым һин тип юлымда.

Тональность


Google Analytics