Ҡышҡы буран һине миңә алып килде
Алып килде, һағыш үлде.
Ҡышҡы буран һине миңә алып килде
Һөйөүгә йәнем күмелде.
Ҡушымта:
Ярат мине, ярат мине,
Йәнем минең, иркәм минең.
Һинһеҙ яна, һинһеҙ илай,
Йәнем минең.
Яҙғы ямғыр тамсыларын һибеп үтте,
Иренең сылатып китте.
Ләйсән ямғырым беҙҙе иркәләп үтте,
Ирендәрем һине үпте.
Йәйге ҡояш күңелебеҙҙе йылытыр,
Һөйөүебеҙ сәскә атыр.
Йәйге ҡояш күңелебеҙҙе иретер,
һылыу ҡыҙ һәм егет – батыр.
Көҙгө елдәр һине минән алып китер,
Һағыш тағы килеп етер.
Көҙгө елдәр һине минән алып китер,
Мөхәббәтем һулыр, кибер…