Һағынырһың минең ҡулдарымды,
Үткәнеңде уйлап әсенһәң,
Минән башҡа бер кем шулай наҙлап
Һөймәгәндер йомшаҡ сәсеңдән.
Һағынырһың минең эҙҙәремде,
Минһеҙ үтер бер саҡ йылдарың.
Үҙем, күҙем, эҙем, һүҙем булып
Ҡалыр һиңә бары йырҙарым.
Һағынырһың минең күҙҙәремде
Йөрәгеңдә йондоҙ ҡабынған.
Минән башҡа булмаҫ инде һиңә
Ғүмер буйы тоғро табынған.
Һағынырһың минең һүҙҙәремде,
Юҡ, уларҙы хәтерең юғалтмаҫ.
Минән башҡа бер кем һине шулай
Өнһөҙ-һүҙһеҙ генә йыуатмаҫ.