Ямғыр күҙҙәре булып яуып төштөм
Мин ергә.
Һине күреүемдә ғашиҡ булдым
Мин үҙеңә.
Һинең күҙҙәреңә, еләк кеүек иренеңә,
Һинең һүҙҙәреңә, толом - толом сәстәреңә,
Ғашиҡ булдым үҙеңә.
Ҡушымта:
Эй Ер ҡыҙы,
һиңә әйтәм, мине тыңла,
Гүзәлерәк һинән ҡыҙҙар
юҡ был донъяла.
Иренеңдән һурып үбер инем –
оялам,
Һине генә, һине генә
һөйәм.
Иртәгә тағыла, төшөрмөн
һинең яныңа,
Көндәрҙе, төндәрҙе үткәрербеҙ
бергә - бергә.
Һинең төштәреңә инермен һин көтмәгәндә.
Хәҙергә, һау булып тор йәнем,
һин йоҡла, йоҡла йәнем...