Үҙем белмәйем, ни булды миңә,
Аяҡтарым алып бара ҡайҙалыр.
Үҙем белмәйем, ни кәрәк миңә,
Йөрәккәйем әрней ниңәлер.
Ҡушымта:
Булғым килә һинең ҡосағыңда,
Тыңлар өсөн йөрәк тибешен.
Белгем килә нисек дөрләп яна,
Һиңә генә булған һөйөүем.
Ҡоштар кеүек осоп киткем килә,
Һөйөүемә өҫтән бағырға.
Ҡоштар менән бергә булғым килә,
Улар кеүек парлап осорға.
Аңламайым ниңә был донъяла,
Кеше һөйә, янғында көйөүҙәр.
Аңламайым, йөрәк әрнеүҙәрен,
Бәлки миндә ялған һөйөүҙер.