Йәш ҡыҙ - Кәбиров Артур


Ҡояш бата, ай ҡалҡа,

Хәҙер төн.

Кешеләр йоҡлай, урамдар буш,

Үтте көн.

Тик һин генә, йоҡларға ашыҡмайһың

Һине урамда көтә дуҫтарың,

Китергә ваҡыт.

 

Ҡушымта:

Эй йәш ҡыҙ,

Һиңә бөтәһе йылмая.

Эй йәш ҡыҙ,

Һиңә бөтәһе ҡарап һоҡлана.

Тик һин генә егеттәргә ҡарамайһың.

Әллә һин уларҙы аңламайһың.

 

Ярты төн артта, йәштәр тарала,

Һиңә лә ваҡыт.

Өйҙә әсәйең көтәлер һине,

Йоҡоһон онотоп.

Тик һинең башта әле елдәр уйнай,

Егеттәр артыңдан ҡалмай.

Ә һиңә күптән йоҡларға ваҡыт

Йоҡларға ваҡыт.

Тональность


Google Analytics