Йәшә - Кәбиров Артур


Төнөн күҙҙәреңде йомғанда,

Йоҡларға ашыҡма.

Үкенестәр юҡмы ҡалғанға,

Баһа бир үткәнгә.

 

Ҡушымта:

Үҙгәрт оҡшамаһа яҙмышты,

Алып ташла ялғанды.

Үткән юлда тороп ҡалма,

Булма һин ялғансы.

 

Ниҙәр ҡылдың тормошоңда,

Хәҙер түгел был мөһим.

Онот, үткәнде юйып ташла,

Яңы уйын башла.

 

Тормош уйын, ярһыу бер ат,

Ялын ҡаты тотҡанһың.

Сисерһең һин ул мәсьәләне,

Беләң дөрөҫ кодтарын.

 

Ҡушымта:

Тик һин рәссам үҙ яҙмышыңа,

Тик һин яңғыҙ юлаусы

Янып йәшә!

Кешегә ут бир!

Хәтерҙә ҡалғансы!

Тональность


Google Analytics